Госуслуги
Проблемы со сдачей экзаменов, поступлением или получением документов?

Бөгөн Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжының башҡорт теле уҡытыусылары Шәрәфетдинова Г.Х. һәм Иҫәнғолова Ә.Ф. Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу актерҙары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Яҡуп Хәмзә улы Шәриповтар менән күркәм осрашыу ойошторҙо.

Гөлсәсәк Шәрипова — халыҡсан, сағыу артист, лирик жанрҙағы йырҙар йырлаусы һәм педагогия училищеһының 1977 йылғы сығарылыш студенты. Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы педагогия училищеһында уҡыған студент йылындарындағы йылы хәтирәләр менән бүлеште һәм үҙен уҡытҡан уҡытыусыларға һәм колледжға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яҡуп Шәрипов — шиғри күңелле, моңло, иҫ киткес һәләтле артист. Ул үҙенең сәхнәләге ижады, тормошо тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Студенттар иғтибар менән тыңланылар, әүҙем һорауҙар бирҙеләр. Осрашыу студенттарҙа башҡорт теленә ҡарата хөрмәт, сәхәнәгә һөйөү, билдәле артистарҙың ижадына, уйнаған ролдәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғандыр, тип ышанабыҙ.

В Салаватском колледже образования и профессиональных технологий состоялась встреча с актёрами Салаватского государственного башкирского драматического театра. Почётными гостями мероприятия стали: Заслуженный артист Республики Башкортостан, народная артистка Республики Башкортостан, выпускница педагогического училища Гульчачак Шарипова и Заслуженный артист Республики Башкортостан, баянист Якуп Шарипов.

#скоипт #гапоускоипт #студентскоипт #ГодПедагогаНаставника #ГПН_2023

Additional information